РӘЖӘП, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Рәжәп а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 85 км алыҫлыҡта Сәкәш й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1007 кеше; 1920 — 1348; 1939 — 777; 1959 — 875; 1989 — 622; 2002 — 600; 2010 — 532 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Байбулат” ЯСЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1703 й. керҙәшлек килешеүе (1705 й. рәсмиләштерелгән) б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Әбделҡасим Рәжәпов билдәле. Шулай уҡ Сәкәш исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 166 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 105 йортта — 605 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете теркәлгән. М.Ғ.Баянов, М.М.Ғәлиев, Р.Ғ.Рәхимов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018