РЕДЬКИН, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡуян а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 63 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Үле Танып й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 332 кеше; 1920 — 385; 1939 — 532; 1959 — 589; 1989 — 824; 2002 — 821; 2010 — 898 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). “Кама” балалар һауыҡтырыу лагеры бар.

Ауылға 1796 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бөрө өйәҙе Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Үшмән исеме м‑н ш. уҡ өйәҙҙең Арлан а. яһаҡлы мариҙары (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1865 й. Ҡаныш (Редькин) исеме м‑н теркәлгән, 22 йортта 152 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) башҡа милләттәр өсөн мәктәп, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Р. Арбан а. (17 б. 2‑се ярт нигеҙләнгән) ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке