РӘХИМҒОЛОВА Фәүзиә Абдулла ҡыҙы [15.12.1921, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Йәнырыҫ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) – 21.10.1996, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1961). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1947), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1967) тамамлаған, 1945—67 йй. мәғариф системаһында, мәҙәниәт учреждениеларында эшләй; 1953—54 йй. “Пионер” ж., 1968—71 йй. “Башҡортостан ҡыҙы” ж. хеҙм‑ре. “Яҡын дуҫ” исемле тәүге шиғырҙар китабы 1952 й. сыға. Әҫәрҙәре мауыҡтырғыс, сюжеттарының ысын булыуы, теленең еңеллеге м‑н айырылып тора. “Уйҙарымды бүлә күрмәгеҙ” (1973), “Баҫҡыстар” (1991) шиғри йыйынтыҡтары, “Һөйөү көсө” (1984) повестар йыйынтығы, балалар өсөн яҙылған “Елә зәңгәр автобус ” (1975), “Һин кем ҡыҙы?” (1977) китаптары һ.б. авторы. Әҫәрҙәре урыҫ, удмурт, бүрәт, ҡалмыҡ, татар телдәренә тәржемә ителгән. Өфөлә Р. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исеме м‑н Ишембай р‑ны Ҡыяуыҡ а. урам аталған.

Әҫәрҙ.: Бала саҡ илендә. Өфө, 1997; Почему засмеялась чашка? М., 1968.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов