РАФИҠИ (Рафиҡов) Ғәли Лотфрахман улы [29.7.1890, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баязит а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 11.3.1945, Бәләбәй ҡ.], яҙыусы. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1906—09) һ.б. уҡыған. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен (яҡынса 1916 й.), К.А. Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (30‑сы йй.) тамамлаған. 1909 й. алып мәғариф системаһында эшләй: 1924 й. башлап Бәләбәй кантоны халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, 1928— 45 йй. Бәләбәй пед. уч‑щеһында уҡыта. Тәүге әҫәрҙәре 1911 й. “Аң”, “Аҡ юл” ж. (икеһе лә — Ҡазан), “Ваҡыт” гәз. һ.б. баҫтырыла. “Алатау буйҙарында”, “Ваҡытлы никах” (икеһе лә — 1913), “Артыҡ кеше” (1914) хикәйәләрендә шәхес азатлығы, ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлығы мәсьәләләре күтәрелә, наҙанлыҡ һәм дини фанатизм тәнҡитләнә. Балалар өсөн яҙылған “Өйрәктәр эҙләгәндә”, “Йорт торнаһы” (икеһе лә — 1910 йй. башы) һ.б. хикәйәләр авторы. Башҡ. мәктәптәренең 5—6 кластары өсөн урыҫ теленең грамматикаһы б‑са уҡыу әсбабын (1938; Г.Йәнекәев м‑н берлектә) төҙөүсе. Ботаника, кеше физиологияһы б‑са 30‑ҙан ашыу фәнни мәҡәлә авторы.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2‑се кит. Проза. Драматургия. Өфө, 1984. М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018