РАФИҠ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Өфө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 53 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 84 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 152 кеше; 1920 — 264; 1939 — 173; 1959 — 201; 1989 — 139; 2002 — 170; 2010 — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1866 й. 25 йортта 139 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. А.М.Фәйзуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018