АСҠАРОВА Йәүриә Насип ҡыҙы (15.4.1927, Стәрлетамаҡ ҡ. — 6.4.2011, Өфө), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1970), проф. (1971). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 2000 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1967—92 йй. дөйөм гигиена каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1974—82 йй. санитария-гигиена ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре респ. химия, нефтехимия һ.б. пр‑тие эшселәренең хеҙмәт шарттарын һәм һаулығын, эндемик ауырыуҙарҙың (анемия, боғаҡ, теш кариесы) этиологияһын өйрәнеүгә һәм респ. терр‑яларында уларҙың таралыу зоналарын асыҡлауға һ.б. арналған. А. ауыр металдарҙың (баҡыр, ҡурғаш) һәм марганецтың эндемик боғаҡ ауырыуын барлыҡҡа килтереү тәьҫирен өйрәнә, уны иҫкәртеү сараларын эшләй; 43 органик бысратҡыс б‑са гигиена нормативтарын билдәләй. 170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке