РАУИЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Рауил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 16 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 465 кеше; 1920 — 441; 1939 — 223; 1959 — 241; 1989 — 375; 2002 — 429; 2010 — 494 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар йорто, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе йорт старшинаһы Рауил Мостафин исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Йәрәбә, Ташъяр исемдәре м‑н билдәле булған. 1795 й. 38 йортта 239 кеше йәшәгән, 1866 й. 47 йортта — 383 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.