РАССВЕТ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 209 кеше; 1959 — 449; 1989 — 318; 2002 — 313; 2010 — 304 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1932 й. Ҡырғыҙ‑Миәкә районында Миәкә с‑зы ойошторолғандан һуң С‑здың 2‑се фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1991 й. хәҙ. статусын ала, 2005 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке