РАССВЕТ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта Мәләүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 293 кеше; 1959 — 224; 1989 — 203; 2002 — 220; 2010 — 214 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке