РАССВЕТ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 368 кеше; 1959 — 462; 1989 — 453; 2002 — 370; 2010 — 390 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баšсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында Дәүләкән с‑зы ойошторолғандан һуң С-здың үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 70‑се йй. аҙ. Ҡаран а. м‑н хәҙ. исемдәге ҡасабаға берләшә. 2005 й. хәҙ статусын ала. Э.М. Ҡурамшин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018