РАССВЕТ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ғафури а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 124 кеше; 1959 — 201; 1989 — 241; 2002 — 311; 2010 — 265 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Бүздәк с‑зы ойошторолғандан һуң Совхоз бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. алып Бүздәк с‑зының Сәйәси бүлеге бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018