РАССВЕТ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Аксаков т. юл ст. Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Күтәмә й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 337 кеше; 1989 — 226; 2002 — 333; 2010 — 277 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. башында холоҡ төҙәтеү колонияһы (ҡара: Холоҡ төҙәтеү учреждениелары) урынында ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.