РАПАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Рапат а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 60 км алыҫлыҡта Рапат й. (Ҡалмаш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1469 кеше; 1920 — 1979; 1939 — 1781; 1959 — 1139; 1989 — 953; 2002 — 908; 2010 — 830 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Марс” АХПК‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәҙәниәт йорто, мәсет бар. Ауылға Бәләбәй өйәҙе Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр һәм типтәрҙәр, һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа — татар дәүләт крәҫтиәндәре, 1829 й. типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултырған. 1795 й. 14 йортта 90 кеше йәшәгән, 1865 й. 45 йортта — 672 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 3 мөгәзәй, 2 бакалея кибете, тирмән теркәлгән. Р.Ш.Йосопов, И.М. Смаҡов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке