РАЙМАН, К и н й ә к ә й, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 2 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1106 кеше; 1920 — 1302; 1939 — 1207; 1959 — 626; 1989 — 577; 2002 — 817; 2010 — 970 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Алға” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1715 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған). 1795 й. 106 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 75 йортта — 568 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, сауҙа м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне, 20 бакалея кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, тимерлек, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке