АСҠАРОВА Заһира Фәтхулла ҡыҙы (2.1.1948, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Яҡшый а.), терапевт, гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй; 1977 й., 1991 й., 1996 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. 1983 й. башлап һәм 1992—95 йй. Өфөнөң 21‑се һәм 6‑сы дауаханаларында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге БР халҡы һаулығы торошон, тирә-яҡ мөхиттең химик бысраныуы халыҡ һаулығына хәүеф тыуҙырыуын өйрәнеүгә арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Профессиональный риск для здоровья работников горнодобывающих предприятий. СПб., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке