РАЗДОЛЬЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 122 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 334 кеше; 1920 — 389; 1939 — 414; 1959 — 285; 1989 — 279; 2002 — 246; 2010 — 237 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1776 й. килешеү б‑са Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарынан Семён Шеметов һатып алған ерҙәрҙә крәҫтиәндәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Шемехов, Расстреляев исеме м-н теркәлгән. 1865 й. 29 йортта 165 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1939 й. һәм 1959 й. Р. һәм Расстреляев аа. (ошоға ярашлы 48 һәм 366, 10 һәм 275 кеше) теркәлгән, 60‑сы йй. улар хәҙ. исемдәге бер ауылға берләшкән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.