РАЕВКА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Сурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 107 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 314 кеше; 1959 — 283; 1989 — 182; 2002 — 182; 2010 — 167 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Я.Ялкайн ис. мари гимназияһы филиалы, ҡара: Сурай урта мәктәбе), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында нигеҙ һалына. 1925 й. 57 йорт иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке