РАЕВКА, ауыл, 20 б. 90‑сы йй. башынан Өфө эсендә.

Ауылға 19 б. аҙ. Өфө өйәҙендә Екатериновка утары булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Ветошниковка, Приволье исемдәре м‑н теркәлгән. 1896 й. 7 йортта 31 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20‑се йй. алып Раевка а. булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1920 й. — 129 кеше; 1939 — 181; 1959 — 205; 1989 — 96 кеше. 90‑сы йй. башында Өфөнөң Яңы Черкассы а/с ҡараған, хәҙ. Өфөнөң Орджоникидзе р‑ны терр‑яһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018