РАЕВКА, ауыл, Әлшәй рны (1935 й. алып) һәм Раевка а/с үҙәге, “Яңы Раевка” тоҡомсолоҡ здыныңүҙәк усадьбаһы; т. юл станцияһы. Өфөнән К.Көнб. табан 125 км алыҫлыҡта Дим й. буйында Стәрлетамаҡ—Раевка, Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлдарында һәм Куйбышев т. юлында (Өфө—Абдулла участкаһы) урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 0,4; 1920 — 5,8; 1939 — 9,7; 1959 — 12,6; 1989 — 17,6; 2002 — 20,0; 2010 — 19,5. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар, украиндар йәшәй (2002). Раевка шәкәр заводы, Раевка элеваторы, консерва заводы, ит комбинаты эшләй; Раевка башҡорт лицейы, гимназия, 2 урта мәктәп, ДЮСШ, физкультураһауыҡтырыу комплексы, 7 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто (5 үҙешмәкәр халыҡ коллективы), мәсет, сиркәү бар. Ауылға 1888 й. һәм 1890 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә Һамар— Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлы төҙөлгән ваҡытта Раевка станцияһы ҡасабаһы (алпауыт А.Ф.Раевтың фамилияһы бса аталған) булараҡ нигеҙһалына. 1890 й. 6 йортта 60 кеше йәшәгән. Һуңыраҡ бында ЯйыҪыбыМең улусы Әлшәй а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Рәсәйҙең төрлө губерналарынан күсеп килеүселәр килеп ултырған. 1906 й. Раевка ҡасабаһында шарап, һыра кибеттәре һәм 5 бакалея кибете була. 1920 й. Р. Әлшәй ҡасабаһы һәм Әлшәй а. мн бергә иҫәпкә алынған. 1938 й. Әлшәй ҡасабаһы һәм ауылы ҡушылғас, ҡала тибындағы ҡасаба. 2005 й. 1509 км, 1513 км т. юл будкалары һәм Яңауыл ҡасабаһы мн бергәҡушылғандан һуң хәҙ. статусын ала. Л.В.Вәлиев, М.С.Ғөбәйҙуллин, Н.П.Мельников, А.Т.Мәсәлимов, И.М.Харисова, Әм.М.Әхмәҙиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018