РАЕВ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Раев а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Ярыш й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 109 кеше; 1920 — 448; 1939 — 304; 1959 — 114; 1989 — 274; 2002 — 314; 2010 — 314 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1890 й. Бәләбәй өйәҙендә алпауыт А.Ф.Раевтың ерҙәрендә Һамар һәм Һарытау губ. күскенселәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1906 й. сиркәү (1902 й. төҙөлгән) теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018