РАБАК, Яңауыл рнындағы ауыл, Һандуғас а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Рабак й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 866 кеше; 1920 — 878; 1939 — 857; 1959 — 855; 1989 — 477; 2002 — 453; 2010 — 366 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Һандуғас урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшеракушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1673 й. керҙәшлек килешеүе бса (башҡа мәғлүмәттәр бса, 1684 й.) Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙһала. 1865 й. 90 йортта 629 кеше йәшәгән. Игенселек, малсҡ, тегенселек мн шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 1 министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке