ПЯТИЛЕТКА, Надеждин, Иглин р‑нындағы ауыл, Надеждин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 45 км һәм Көҙәй т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 470 кеше; 1939 — 1003; 1959 — 563; 1989 — 238; 2002 — 232 кеше. Белорустар йәшәй. Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙендә Надеждин утарҙары булараҡ белорустар нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Надеждин утарҙары исеме м‑н теркәлгән. 50‑се йй. башынан Пятилетка ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика