ПЯТИЛЕТКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Таутөмән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Эҫем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 584 кеше; 1959 — 913; 1989 — 374; 2002 — 283; 2010 — 238 кеше. Белорустар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына, 2005 й хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика