ПУШКИНСКИЙ, Восток, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 229 кеше; 1959 — 415; 1989 — 288; 2002 — 249 кеше. Белорустар йәшәй. Халҡы “Элита” ЯСЙ‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалына; 50‑се йй. башынан ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика