АСҠАРОВ Әмир Фат улы (14.7.1953, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1998). Й.Н.Асҡарованың улы. БДМИ‑ны (1976), Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын (1997) тамамлаған. 1979 й. алып БДМИ‑ла уҡыта, 1985 й. — Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑ның төп ғилми хеҙм‑ре, 1991 й. — Башҡ‑н респ. дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүе үҙәгенең баш табип урынбаҫары, 1993 й. — БР‑ҙың Түләүле хеҙмәт күрһәтеү б‑са дәүләт ком‑тының бүлек нач., 1996 й. — “Башкирнефтепродукт” ААЙ‑ның бүлек начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү, нефтехимия һәм химия сәнәғәте эшселәренең, эре сәнәғәт комплекстарына яҡын йәшәгән халыҡтың һаулыҡ торошон өйрәнеүгә арналған. А. респ. тәүге тапҡыр төрлө нефтехимия, химия пр‑тиеларында производство мөхитенең торошона комплекслы гигиеник баһа бирә, ҡала һәм сәнәғәт зоналарының атмосфера һауаһын бысратҡан органик бысратҡыстарҙың составын өйрәнә, 250 органик бысратҡысты идентификациялай. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке