ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович (5.6.1944, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Мәләүез ҡсб, хәҙ. Мәләүез ҡ.), журналистика теоретигы, китап эше белгесе. Филол. ф. д‑ры (2005). МДУ‑ны тамамлаған (1969). 1971—77 йй. “Ленинец” гәз. редакцияһында эшләй: әҙәби хеҙм‑р, бүлек мөдире, яуаплы секретарь. 1981 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге периодик баҫмаларҙың типологияһын өйрәнеүгә, Өфө губернаһының 1917 й. тиклемге урыҫ телендәге периодик баҫмаларының тарихына, китап т‑дағы фәнгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Газетный и журнальный мир Уфимской губернии: типологические и жанровые характеристики. Уфа, 2004; Уфимская книжность. Эволюция газетного, журнального, типографского и книжного дела. Уфа, 2004.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика