ПРИШИБ, Благовар р‑нындағы ауыл, Алексеевка а/с үҙәге. Район 9.00үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 252 кеше; 1939 — 437; 1959 — 326; 1989 — 1052; 2002 — 925 кеше. Урыҫтар, татарҙар, немецтар йәшәй. П. — “Россия” АХПК‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы соц. хеҙмәтләндереү үҙәге, мәҙәниәт йорто (“Фолькскланг” ансамбле), китапхана, кирха бар; немец тарихи-мәҙәни үҙәге, “Видергебурт” ойошмаһы филиалы эшләй.

Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙендә алпауыт Базилевскийҙан һатып алынған ерҙәрҙә Таврия губ. күсеп килеүселәр Нейпришиб исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ 6‑сы Пришиб, 6‑сы Колония исемдәре м‑н теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика