ПРИУРАЛЬЕ, Архангел р‑нындағы ауыл, Тәүәкәс а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 397; 2002 — 380; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). 2 балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1977 й. Куйбышев т. юлының Ҡарлыман—Белорет участкаһын төҙөгән ваҡытта Приуралье т. юл ст. ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 80‑се йй. башынан Приуралье ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика