ПРИБЕЛЬСКИЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Прибельский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 24 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 3365 кеше; 1989 — 4148; 2002 — 4959; 2010 — 4859 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). П. Ҡарлыман шәкәр‑һөт‑консерва комбинаты, Ҡырмыҫҡалы район электр селтәрҙәре эшләй. Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (2 үҙешмәкәр халыҡ коллективы), 2 китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 1941 й. Ҡарлыман шәкәр з‑ды төҙөлгәндән һуң Ҡарлыман шәкәр з‑ды ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1961 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба (хәҙ. исемдә), 2005 й. хәҙ. статусын ала. Р.И.Ишбулдин, Л.Ә.Мусина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика