ПРЕОБРАЖЕНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 855 кеше; 1920 – 1094 (Ҡунаҡбай а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 – 1342; 1959 – 554; 1989 – 398; 2002 – 390; 2010 — 383 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са 1867 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Ҡунаҡбай а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Рязань губ. күскенселәр нигеҙ һала. 1906 й. сиркәү (1884 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тимерлек, ел тирмәне, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.Я.Сухоруков, А.Г.Терентьев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика