ПОЭМА (гр. poiema), ҙур күләмле шиғри жанр. Лирик һәм эпик башланғыстарҙың органик синтезы жанр поэтикаһының төп үҙенсәлеге булып тора. Тематикаһы б‑са – тарихи, тарихи‑революцион, проблематикаһы б‑са – фәлс., соц.‑тарихи, сюжет тибы б‑са — ассоциатив, хикәйәләү, төр билдәләре б‑са лирик, лиро-эпик, драматик П. айырып йөрөтөлә. Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙың үҫеше 20 б. башына ҡарай һәм Ш.Бабич, М.Ғафури, Д.Юлтый исемдәренә бәйле. 30‑сы йй. П. эпиклыҡ хас: Б.Бикбайҙың “Ер” (1936), Р.Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” (1939). Ғ.Сәләмдең “Шоңҡар” (1936), “Бала” (1939) П. жанрҙы яңы эстетик кимәлгә күтәрә, улар композицион төҙөклөк, шиғри инструментарий камиллығы, образдарҙы һүрәтләүҙә психологизм м‑н характерлана. Б.В. һуғышы осоро П. фольклор поэтикаһы, героик йөкмәтке хас: Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” (1942), М.Кәримдең “Үлмәҫбай” (1944) әҫәрҙәре. 60—80 йй. кешенең эске донъяһына иғтибар итеү лириклыҡтың көсәйеүенә килтерә: Н.Нәжмиҙең “Ҡапҡалар” (1960), М.Кәримдең “Ҡара һыуҙар” (1970), М.Ғәлиҙең “Ҡояш еле” (1968), Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Замандашым” (1961) һ.б. Кешенең халыҡ, заман м‑н бәйләнешенә нигеҙләнгән күңел биреп уйланыуҙары П. фәлс. тәрәнлегенә һәм соц. йөкмәткеһенә килтерә. Былар бөтәһе лә шәхси башланғысты, ассоциативлыҡты, символиканы беренсе планға сығара. Хәҙ. башҡ. П. — ваҡыт йөкмәткеһенә һәм талаптарына тура килгән һығылмалы, үҙгәреүсән эстетик структура. Р.Т.Бикбаевтың “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!” (1988), Т.Ғәниеваның “Ҡыпсаҡтар” (1994), “Арҡайым” (1997), Ф.Һ.Туғыҙбаеваның “Ҡаңным – Һомайғоштоң ҡәлғәһе” (1997), Р.Түләктең “Ҡашмау” (1992), “Яныу” (2002), Т.Й.Йосоповтың “Улымды эҙләп барам” (1996) һәм башҡа П. тарих м‑н хәҙ. заман араһында теүәл сиктәрҙең булмауы берҙәм композицияның формалашыуына килтерә. 20 б. аҙ. — 21 б. башы П. фәлс. һәм аналитик башланғыстарҙың көсәйеүе билдәләнә.

Әҙәб.: Бикбаев Р.Т. Замандың шиғри йылъяҙмаһы. Өфө, 1980; Кирәева Л.Р. Хәҙерге башҡорт поэмаһы: жанр структураһы мәсьәләләре. Өфө, 2006; Хусаинов Г.Б. Башкирская советская поэзия. 1917–1980. М., 1983.

Л.Р.Кирәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика