ПОРОЙКОВ  Юрий Дмитриевич (23.2.1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Баймаҡ ҡсб, хәҙ. Баймаҡ ҡ.), яҙыусы. Филос. ф. канд. (1980). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1958 й. алып СССР ФА БФ‑тың редакция‑нәшриәт бүлеге мөхәррире, 1960 й. — ВЛКСМ‑дың Өфө ҡ. Киров район ком‑ты, 1962 й. — ВЛКСМ‑дың Өфө ҡала ком‑ты секретары, 1963 й. — 1‑се секретары, 1966 й. – ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. 1968 й. алып Мәскәүҙә: ВЛКСМ ҮК‑нда бүлек мөдире, 1972 й. башлап “Молодой коммунист” (“Йәш комму‑ нист”) ж. баш мөхәррире, 1979 й. — КПСС ҮК инструкторы, 1980 й. — “Литературная газета” (“Әҙәби гәзит”) гәз. баш мөхәррире урынбаҫары, 1990 й. – 1‑се урынбаҫары, 1991 й. — ИТАР‑ТАСС‑тың ген. дир. 1‑cе урынбаҫары, 1997—2000 йй. “Роспром” ЯАЙ, 2001 й. — “Юкос‑Мәскәү” ЯСЙ советнигы, 2004—14 йй. “Стратегик баһа һәм анализ институты” ЯАЙ консультанты, “Вестник аналитики” (“Аналитика хәбәрҙәре”) ж. баш мөхәрриренең 1‑се урынбаҫары. “Күҙ асып йомған ара ғүмер кеүек” (“Мгновение как жизнь”; 1980), “Урмандарҙың йәшел һулышы” (“Лесов зелёный вздох”), “Иген бөртөктәре” (“Зёрна”; икеһе лә — 1985), “Барыһы ла бында — минең менән һәм миндә” (“Всё здесь — со мною и во мне”; 1995), шиғри йыйынтыҡтары, “Әле йәшәйем” (“Пока живу”; 1988), “Күптәрҙән берәү” (“Один из многих”; 1990) проза, “14‑тән 17‑гә тиклем” (“От 14 до 17”; 1973), “Олоғайыу – ауыр осор” (“Трудная пора — взросление”; 1980) публицистик китаптары авторы. П. әҫәрҙәре әхлаҡ, кешелеклелекте тәрбиәләү һәм һаҡлау, яҡшылыҡ һәм намыҫлылыҡ мәсьәләләренә арналған. “Ҡарҙағы йондоҙ” (“Звезда на снегу”, 1981; башҡортса 1983) поэмаһы – шәхесте камиллаштырыу, әҙәпле кеше тәрбиәләү кәрәклеге т‑дағы ялҡынлы өгөт‑нәсихәт һүҙе. Шиғырҙары Ҡ.Аралбай, М.Н.Кәримов, Х.Назар, С.Әлибай, Ә.Әхмәт‑Хужа һ.б. тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән. Р.Т.Бикбаев, Н.Ғәйетбай, Т.Б.Сәғитов әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин комсомолы (1980), Бунин (2007) пр. лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971, 1977).

Ә ҫ ә р ҙ.: О будущем, которое прошло. М., 2007; Вглядеться в себя: стихи и поэмы разных лет: лит. миниатюры. М., 2010.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика