ПОНОМАРЁВКА, Кулига, ауыл, 2004 й. алып Бөрө ҡ. составында. Бөрө ҡ.  К. 2 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 902 кеше; 1920 – 987; 1939 – 1456; 1959 – 1098; 1989 – 936; 2002 – 1651 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Кирбес з‑ды, инкубатор‑ҡошсолоҡ ст. урынлашҡан; төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙендә дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 117 йортта 708 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан; часовня, һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, күн эшкәртеү з‑ды, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 2004 й. ҡарата Бөрө р‑ны Пономарёвка а/с үҙәге булған. Ю.П.Пегишев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика