ПОЛЯКОВ Василий Николаевич (6.2.1928, Һамар губ. Матвеевка а. — 14.4.1999, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) Куйбышев өлк. “Кинәле” с‑зында, 1952—53 йй. Ырымбур өлк. Боғорослан МТС‑ында өлкән ветеринар врач. 1956 й. алып Боғорослан мед. уч‑щеһында, 1957 й. башлап директор. 1961—94 йй. БДАУ‑ҙа: 1978— 88 йй. микробиология һәм патологик физиол. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре көйшәүсе малдарҙың аш һеңдереү процестарын өйрәнеүгә арналған. П. тарафынан һарыҡтарҙың аш һеңдереү ағзаларының мотор эшмәкәрлеген теркәү методикаһы эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика