ПОЛЯКОВКА, Учалы р‑нындағы ауыл, Поляковка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Ҡорама т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Уй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1615 кеше; 1920 — 2632; 1939 — 2636; 1959 — 1522; 1989 — 869; 2002 — 794; 2010 — 677 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 18 б. аҙ. Троицк өйәҙе Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Поляков руднигы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1866 й. Поляков а. 187 йортта 980 кеше йәшәгән. Баҡыр мәғдәнен һәм алтын сығарыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған. 1900 й. ш. уҡ 2 мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика