ПОЛЯКОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Поляковка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 291 кеше; 1920 — 246; 1939 — 227; 1959 — 478; 1989 — 374; 2002 — 393; 2010 — 384 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Вперёд урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Бәләбәй өйәҙендә Курск губ. күскенселәр Поляковка ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 20 б. башынан П. ауылы булараҡ иҫәпкә алына, 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.