ПОЛИТОТДЕЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Шестаев а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Йәрмәкәй й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 164 кеше; 1959 — 268; 1989 — 236; 2002 — 210; 2010 — 191 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. аҙ. Дәүләкән с‑зы ойошторолған ваҡытта Совхоз бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, тип фараз ителә. 50‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика