ПОКРОВКА, Церковный Ҡуғанаҡ, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл, Ҡуғанаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Егәнтамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙлы й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1523 кеше; 1920 – 1779; 1939 – 2629; 1959 – 1952; 1989 – 774; 2002 – 804 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). П. – “Я.М.Свердлов ис. колхоз” АХПК‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Богоявленск заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Иҫке Церковный Ҡуғанаҡ, Кесе Ҡуғанаҡ исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 185 йортта 1088 кеше йәшәгән. Игенселек, йәшелсә үҫтереү, умарт-ҡ, көршәк яһау, һарыҡ тиреһе эшкәртеү, кейеҙ баҫыу м‑н шөғөлләнгәндәр, з‑дта эшләгәндәр. Сиркәү (1775 й. төҙөлгән), 2 училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1894 й. яңынан төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, земство мәктәбе, 2 тимерлек, 1 шарап, 2 һыра һәм 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Г.М.Мишинёв ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика