ПОКРОВКА, Фёдоровка р-нындағы ауыл, Покровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 81 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 145 кеше; 1920 – 307; 1939 – 287; 1959 – 138; 1989 – 173; 2002 – 186 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). П. – “Колос” ЯСЙ-ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Д.Н.Дурасовтың (ҡара: Дурасовтар) 1861 й. Крәҫтиән реформаһынан һуң мещандар (ҡара: Мещанлыҡ) ҡатламына күсерелгәналпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 40 йортта 241 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан; сиркәү, училище, һыу тирмәне, 6 сауҙа кибете булған. 1906 й. 2 сиркәү (1844 й. һәм 1868 й. таштан төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тимерлек, бакалея һәм шарап кибеттәре теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика