АСҠАРОВ Салауат Әхмәт улы (11.4.1946, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Шафран ҡсб), йырсы (бас). РФ‑тың халыҡ (2011), атҡ. (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1968; М.Ғ.Мортазина класы), Ҡазан консерваторияһын (1980; В.А.Лазько класы) тамамлаған. 1969—76 йй., 1983—84 йй. һәм 1987 й. алып БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта ӨДСА‑ла, 1990—94 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. 1976—80 йй. — Татар, 1980—83 йй. һәм 1984—87 йй. Горький опера һәм балет театрҙары солисы. Киң диапазонлы бай көслө тауыш эйәһе, уға сәхнә күркәмлеге, артистизм хас. Төп партиялары: Ҡоншаҡ (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин), Борис (“Борис Годунов”, М.П.Мусоргский), Тирмәнсе (“Һыуһылыу” — “Русалка”, А.С.Даргомыжский) һ.б. Башҡ. композиторҙары операларында сағыу героик-эпик һәм лирик-драматик образдар тыуҙыра: Ниязғол (“Дауыл”), Сураман (дебют, 1969; 1‑се башҡарыусы), Юлай Аҙналин (“Салауат Юлаев”), Ҡарабаш (“Шәүрә”); урыҫ һәм сит ил опера классикаһында: Кочубей (“Мазепа”, П.И.Чайковский), Филипп (“Дон Карлос”, Дж.Верди) һ.б. Клёнов (“Замандаштар”), Сынтимер (“Нәркәс”, Х.Ф.Әхмәтов, 1994) партияларын тәү башлап башҡарыусы. Концерт репертуарында Рәсәй һәм сит ил композиторҙары әҫ. һәм операларынан ариялар, урыҫ халыҡ йырҙары һәм романстары. Дессау ҡ. театрында (Германия) йырлай. М.Л.Биешу, РСФСР‑ҙың халыҡ артисы А.С.Ворошило, СССР‑ҙың халыҡ артистары Я.А.Вощак, И.А.Зак, Т.А.Милашкина һәм Ю.И.Симонов һ.б. м‑н сығыш яһай. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Германия, Кипр, Мысыр, Польша, Төркиә һ.б.) гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында Т.Л.Никанорова, Й.Ә.Әбделмәнов, БР‑ҙың атҡ. артисткаһы И.Ю.Романова. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1992), А.Мөбәрәков ис. пр. (1991) лауреаты.

Г.Л.Ғәлимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке