ПОКРОВКА, Туймазы р-нындағы ауыл, Төмәнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 17 км алыҫлыҡта Уҡыяҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 335 кеше; 1920 – 479; 1939 – 448; 1959 – 178; 1989 – 112; 2002 – 123 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Өҫән” АХПК‑нда эшләй. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә Покровка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 61 йортта 363 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү (1900 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала. В.Г.Большаков, И.С.Ёлкин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика