ПОКРОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 633 кеше; 1920 – 937; 1939 – 1052; 1959 – 707; 1989 – 392; 2002 – 445 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002). Халҡы “Стәрлетамаҡ” ДУАХП‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Покровка ширҡәте булараҡ нигеҙ һалына. 1906 й. 2 бакалея кибете, һыу тирмәне теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсептәре билдәләнгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Г.И.Басманов, П.И.Никитин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика