ПОКРОВКА, Иглин р-нындағы ауыл, Таутөмән а/с ҡарай. Район үҙәгенән  Т.‑Көнс. 26 км һәм Таутөмән т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 499 кеше; 1920 – 697; 1939 – 608; 1959 – 326; 1989 – 166; 2002 – 164 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы «“Иглин йәшелсәһе” агрохолдингы» ЯСЙ-нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1872 й. Өфө өйәҙендә ер биләүсе Морозовтан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһы күскенселәреяңы ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 71 йортта 443 кеше йәшәгән. Игенселек, малс-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек, ел тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика