ПОКРОВКА, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Красная Башкирия а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Аналыҡ й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 136 кеше; 1939 – 181; 1959 – 238; 1989 – 238; 2002 – 226 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Красная Башкирия” АХПК‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Верхнеурал өйәҙендә Яңы Покровка утары булараҡ нигеҙ һалына. 1929 й. “Красная Башкирия” с‑зы ойошторолған ваҡытта С‑здың беренсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика