ПОКРОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл, Покровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 694 кеше; 1920 – 879; 1939 – 814; 1959 – 573; 1989 – 661; 2002 – 457 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). П. – “Озёрный” АХПК-ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Өфө өйәҙендә Покровский яңы ауылы булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Рыбное Озеро исеме м‑н билдәле булған. 1896 й. 115 йортта 684 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Тимерлек, ағас эше оҫтаханаһы, 1 шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү (1903 й. төҙөлгән), бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. статусын, 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика