ПОКРОВКА, Баймаҡ р-нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән  Көнс. 64 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 93 кеше; 1959 – 299; 1989 – 259; 2002 – 224 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Йылайыр” МУАХП-нда эшләй. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1929 й. Йылайыр кантонында “Йылайыр” с-зы ойошторолған ваҡытта Яңы Покровка утары урынында С-здың Покровка бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2008 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика