ПОДЫМАЛОВО, Өфө р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 151 кеше; 1920 — 177; 1939 — 343; 1959 — 966; 1989 — 596; 2002 — 1335; 2010 — 1601 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, Дмитриевка мәҙәниәт йорто филиалы, китапхана бар. Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һа‑ лына, 1786 й. алып билдәле. 1865 й. 61 йортта 335 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 1896 й. П. һәм П. (Мисайлов, Тиманов) аа. теркәлгән. 1906 й. П. ел тирмәне, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған; шөғөлдәр араһында ш. уҡ ылаусылыҡ күрһә‑ телгән; П. (Мисайлов) мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. уртаһынан бергә иҫәпкә алына. 50‑се йй. П. 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Гуровка а. ҡушыла. П. эргәһендәге Чуркин һаҙлығында үҫкән орхидея популяциялары тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика