ПОДОЛЬСК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 82 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 291 кеше; 1939 — 321; 1959 — 469; 1989 — 1111; 2002 — 1123; 2010 — 1083 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Орск өйәҙендә Подольск губ. украин күскенселәре Подольск утары булараҡ нигеҙ һала, 1908 й. алып билдәле. 30‑сы йй. башлап ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына, 60‑сы йй. хәҙ статусын ала. Ауылда С.И.Чекмарёвҡа һәйкәл ҡуйылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.