АСҠАРОВ Асҡар Фат улы (21.4.1946, Өфө), травматолог-ортопед. Мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1990). Й.Н.Асҡарованың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Өфөнөң 1‑се дауаханаһында эшләй. 1971 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, 1990—95 йй. һәләкәттәр мед. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре быуын ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын өйрәнеүгә һәм дауалау алымдарын эшләүгә арналған. А. тарафынан деформациялаусы остеоартроздарҙың комплекслы терапияһы индерелә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, 3 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке