ПОДЛУБ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1687 кеше; 1920 — 1852; 1939 — 1486; 1959 — 1159; 1989 — 619; 2002 — 468; 2010 — 427 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 1693 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1709 й., 1714 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. 120 йортта 828 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, ел тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, земство мәктәбе, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика